-1 °С
Облачно
Наҙлы ғына, нескә генә,
Һылыуым бар, Әлфинәм!
Һин булғанға мин бәхетле,
Минең берҙән-бер генәм!
Йәйҙең йәмле көндәрендә,
Донъяға һин килгәнһең.
Һылыуым булһа ине, тип,
Һине бигерәк көткәнмен.
Бәғеркәйем һинең бөгөн
Матур ғүмер байрамың.
Ҡотлап һине ҡояш ҡалҡҡан,
Атҡан бәхет таңдарың.
Юбилейың ҡотло булһын,
Минең йәнем киҫәге.
Һин бит минең иң яҡыным,
Бүлешәбеҙ серҙәрҙе.
Һин тыуғанда мин ҡыуандым,
Апай булғанмын, тиеп.
Ғүмерем буйы ҡурсаланым,
Елдәр һуҡмаһын, тиеп.
Юбилейың ҡотло булһын,
Минең берҙән-бер генәм.
Хоҙай һис тә айырмаһын,
Булған бәхеттәреңдән.
Иҫән-һау бул, ауырыма,
Бәхетең артып торһон.
Мөхәббәткә, наҙға тулып,
Рәхәт йәшәргә булһын!
Ҡотлау менән, Биккузиндар ғаиләһе.