Все новости

Беҙгә терәк булып йәшә һин!

Миниса АҪЫЛҒУЖИНАны күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Беҙгә терәк булып йәшә һин!
Беҙгә терәк булып йәшә һин!

Аҡһары ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын, ғәзидәрҙән-ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө әсәйебеҙ - Миниса Байтүрә ҡыҙы АҪЫЛҒУЖИНАны күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле әсәйебеҙ был донъяла иң яҡыны беҙгә һин генә! Һиңә матур ғүмер байрамыңда барыһы өсөн оло рәхмәттәребеҙҙе еткереп ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, парлы, бәхетле, оҙон ғүмер юлы теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә. Беҙ ҡайтҡан һайын һинең яҡты йөҙөң, телде йоторлоҡ тәмле һыйҙарың ҡаршы алғанына сикһеҙ бәхетлебеҙ!
Аурымайса, ҡартаймайса бер ҙә,
Беҙгә терәк булып йәшә һин.
Үҙең кәрәк, кәңәштәрең кәрәк,
Беҙгә гел дә кәрәк, әсәй, һин.
Юлыбыҙҙа ел-дауылдар ҡупһа,
Үҙ күкрәгең ҡуйып һаҡланың.
Был тормошта яҙҙар ғына тойоп,
Һинең ышығыңдан атланыҡ.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм тормош иптәшең

Автор:
Читайте нас: