Терәк булып йәшәгеҙ
Ошо көндәрҙә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе, исеме бик күптәргә билдәле журналист һәм яҙыусы Эльфрида Даян ҡыҙыТАЛИПОВА матур юбилейын билдәләй.
Эльфрида Талипова (ҡыҙ фамилияһы - Сәғитова, данлыҡлы агроном Даян Сәғитовтың ҡыҙы) 1949 йылдың 18 авгусында Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал ауылында тыуа. Мәктәптән һуң Салауат медицина училищеһында фельдшер-акушер һөнәре ала. Утыҙ йылға яҡын медицина өлкәһендә хеҙмәт итә. Был эш дәүере күп һанлы Почет грамоталары, фотоһы оҙаҡ йылдар Почет таҡтаһына ҡуйылыу менән баһаланған, хеҙмәт ветераны. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районында әүҙем йәмәғәтселек эше өсөн Кинйә Арыҫланов миҙалы менән наградланған.
1997 йылдан “Көйөргәҙе” район гәзитендә тәржемәсе, 2005 йылдан “Юшатыр” ҡала-район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире булып эшләй. 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар союзы ағзаһы. Ул “Ер биҙәге”, “Тормош һынау” исемле китаптар авторы.
Оло хөрмәт менән ҡаҙанған Эльфрида Даян ҡыҙын ҡәләмдәштәре исеменән оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, балалар- ейәндәр иғтибарында, ихтирамында, шатлыҡ-ҡыуаныстар тулы бәхетле ҡартлыҡта аҡыллы кәңәштәрегеҙ менән беҙгә терәк булып мең йәшәгеҙ!
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары.
Һин-халҡыңдың тырыш , уңған ҡыҙы,
Иңдәреңдә-халыҡ, ил яҙмышы.
Китабыңда һинең-тарих сыңы,
Үткәндәрҙең моңо һәм һағышы.
Ырыуыңдың затлы вәкилдәрен
Яҡты йондоҙ итеп күтәреүсе.
Үткәндәрҙе барлап, халҡың рухын
Йәш быуынға төҫләп еткереүсе.
Айбарлы һәм зирәк Ил инәһе,
Ырыуыңдың ҡотон һаҡлаусы һин.
Туғандарың, атай, әсәйеңдең
Яҡты өмөттәрен аҡлаусы һин.
Нәҫелеңдең аҫыл ярсығы һин,
Киләсәккә күпер һалыусыһың.
Был китабың менән Мәңгелектә
Яҡты маяҡ булып яныусыһың.
Ил тарихын һаҡлар был китабың
Дәүерҙәрҙән күсер дәүерҙәргә.
Өйрәнерҙәр килер быуындар ҙа
Зат-ырыуын Һиндәй ҡәҙерләргә.
Сулпан МИҢЛЕБАЕВА,
Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы,
Б.Бикбай премияһы лауреаты
Яңы Мораптал ауылы.