Күмертау ҡалаһы
Хаҡлы ялдағы хөрмәтле коллегабыҙ, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар союзы ағзаһы Эльфрида Даян ҡыҙы ТАЛИПОВАны күркәм ғүмер байрамы - 75 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һеҙҙе ғүмер байрамығыҙ айҡанлы бәхеттең мөлдөрәмә тулыһын, һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең оҙонон, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәк иртәләрегеҙҙе бәхеттә, яҡындарығыҙ ҡыуанысында, матур көндәр һәм яңы өмөттәр менән ҡаршыларға яҙһын. Йөрәгегеҙҙән дәрт-дарман, күңелегеҙҙән көс-ғәйрәт китмәһен, илһам шишмәгеҙ хис ҡасан ҡоромаһын. Яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, шатлыҡ ҡыуаныстарға төрөнөп, бәхетле киләсәктә, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ!
Ҡотло булһын һеҙҙең юбилейығыҙ,
Күҙҙәрегеҙҙә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөгөҙ,
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итегеҙсе тыуған көнөгөҙҙә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгегеҙҙә.
Ҡотлау менән "Юшатыр"ҙар.