Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ барыһына үрнәк бүлырлыҡ, лайыҡлы ғүмер юлын үтә, Күмертау тау һәм механика техникумын тамамлағас әрме сафтарына алына, унан хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас һөнәре буйынса "Башкируголь" күмер компанияһында эшләй, унан һуң оҙаҡ йылдар "Башптицепром" ауыл хужалығы предприятияһының "Көйөргәҙе инкубатор-ҡошсолоҡ" станцияһында инженер-механик булып эшләй. Уның намыҫлы хеҙмәт юлын бик күп Почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй. Беҙҙең яҡыныбыҙ ижад яғынан да бик һәләтле кеше, ул йәшләй ҡурайҙа уйнарға өйрәнә һәм оҙаҡ йылдар районыбыҙҙың "Йәнтөйәк" ансамблендә ҡурайҙа уйнай. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, атайыбыҙ ҡул ҡаушырып тик ултырмай, ҡортсолоҡ менән шөгөлләнеп беҙҙең барыбыҙҙы ла татлы балдары менән һыйлай. Ҡул эшенә лә оҫта яҡыныбыҙ, өй тәҙрәләрен үҙе яһаны, нимәгә тотонһа ла ҡулынан килмәгән эше юҡ.
Тормош иптәше, әнейебеҙ Нәсимә Ғәйфулла ҡыҙы менән матур донъялар ҡороп, беҙгә ике улына лайыҡлы тәрбиә биреп, ҙур тормош юлына баҫтырҙылар. Ҡыҙғанысҡа, атайыбыҙҙы яҙмыштың әсе һынауҙары ла урап үтмәне, әнейебеҙ ҡапыл ғына арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. Атайыбыҙ ауыр һынауҙар алдында бөгөлөп ҡалманы, беҙгә терәк-таяныс булып, беҙҙе изге кәңәштәренән айырмай, балаларын, туғандарын ҡыуандырып йәшәй.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең аяҙ, яҡты, ғүмерең Ағиҙел йылғаһындай оҙон, сәләмәтлегең ҡоростай ныҡлы, эштәрең гел уң булһын! Һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарың, туғандарың, балаларың менән бергә-бергә, тик шатлыҡ-ҡыуаныста ғына йәшәргә лә йәшәргә яҙһын!
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нимәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.
Иң изге теләктәр менән улдарың Азамат, Ришат, ҡыҙың Әлиә, киленең Марина, ейәндәрең Әнүәр, Әмир, Арслан һәм барлыҡ туғандарың.