-1 °С
Облачно
Зәк-Ишмәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ Фәрит Фәтҡулла улы ИЛЬЯСОВты күркәм юбилейы – 60 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Тырыш, сабыр холоҡло, хеҙмәт һөйөүсән, ярҙамсыл кешебеҙгә ошо ҙур байрамында барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтәбеҙ. Ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, оҙон ғүмер, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, хәстәрлеген тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңел түреңә.
Барыһына ҡанат, терәк булып
Арымай атла ғүмер түренә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Хәлиҙә, һөйөклө улың Фәнис менән ҡыҙың Гөлнур һәм дә барлыҡ туғандарың.