Яңы Таймаҫ ауылы
Бөгөн беҙ ихлас күңелдән ҡәҙерле кешебеҙ Флүр Фәтих улы Ҡобағошовты ғүмер байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Хөрмәт иткән тормош иптәшем, яратҡан әтейебеҙ – һин беҙҙең иң яҡын кешебеҙ! Көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, бәхетле һәм сәләмәт бул. Уй-теләктәрең тормошҡа ашһын, тыуыр таңдарың тыныс, көндәрең бәхеткә тулы, һаулығың ныҡлы, ғүмерең оҙон булһын! Ғаилә именлеге, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, шатлыҡ-ҡыуаныста, муллыҡ-байлыҡта оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Барыһы өсөн һиңә бик рәхмәтлебеҙ!
65 йәш — ул ҡартлыҡ түгел,
Ә ғүмерҙең матур сағы.
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңде әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күнме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, ҡәйнәң, балаларың, кейәүең, киленең һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.