Яманһары ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ Түләгәнов Мөхтәр Хәйҙәр улын, 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Ошо байрамың айҡанлы Һиңә иң изге теләктәрҙе юллайбыҙ.Ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғәилә шатлығы, ҡайғы хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың һәм ейәндәреңдең күңел йылыһын тойоп, изгелектәрен күреп, бәхетле, оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, Тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң аяҙ булһын!
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йөшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Ҡотлай һине ҡатының, балаларың,кейәүҙәрең, киленең, ейән-ейәнсәрҙәрең, беҙ һине яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ һәм рәхмәтлебеҙ һин булғанға!