Все новости

Именлектә йәшә, ҡәҙерлебеҙ!

Ҡорбанғәли Ишкининды ҡотлайбыҙ!

Именлектә йәшә, ҡәҙерлебеҙ!
Именлектә йәшә, ҡәҙерлебеҙ!

Кинйәбай ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, тормош иптәшем, атайым, олатайыбыҙ, абзыйыбыҙ, туғаныбыҙ, дуҫыбыҙ Ҡорбанғәли Кинйғәли улы ИШКИНИНды күркәм юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ барыһына үрнәк бүлырлыҡ, лайыҡлы ғүмер юлын үтә. Оҙаҡ йылдар Күмертау авиация етештереү предприятиеһында намыҫлы хеҙмәт юлы үтеп бик күп Почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Уға Башҡортостан Республикаһының "Атҡаҙанған машина төҙөүсеһе" почетлы исеме лә бирелә. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, яҡыныбыҙ ҡул ҡаушырып тик ултырмай, беҙгә терәк-таяныс булып, изге кәңәштәренән айырмай, яҡындарын ҡыуандырып йәшәй. Кешелекле, изге күңелле, тырыш, уңған ҡәҙерлебеҙ барыбыҙ өсөн дә өлгө һәм терәк. Артабан да әлегеләй йомарт, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай беҙҙең менән бергә оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Киләсәк тормошта һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Именлектә йәшә, ҡәҙерлебеҙ,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек - үҙе бәхет бит ул,
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән улын, ейән-ейәнсәрҙәрең, дуҫ-иштәрең, туғандарың исеменән тормош иптәшең Гөлнур.

Автор:
Читайте нас: