Все новости

Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын

Ҡорбанғәли Ишкинин үҙенең юбилейын билдәләй

Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған абзыйыбыҙ Ҡорбанғәли Кинйәғәли улы ИШКИНИНды 75 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Абзыйыбыҙға һаулыҡ-сәләмәтлектең ныҡлыһын һәм сикһеҙ бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың булһын. Һәр ваҡыт әлегеләй көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл һәм оло йәрәкле булып ҡал. Уйҙарың яҡты, тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын, шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Беҙҙең өсөн терәк-таяныс булып, күңел йылыбыҙҙы тойоп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, хөрмәтенә генә төрөнөп, бәрәкәтле һәм мул тормошта еңгә менән иңгә-иң терәшеп оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Иң изге теләктәр менән туғандарың Ғәббәсовтар, Ишкининдар, Әхмәҙишиндар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: