Все новости

Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә

Кәрим Бикмаевты тәбрикләйбеҙ!

Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә
Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле улым, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Кәрим Тимерхан улы БИКМАЕВты 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Яҡыныбыҙ тырыш, сабыр холоҡло, хеҙмәт һөйөүсән, ярҙамсыл кеше. Уға ошо байрамында күңел түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙгә терәк, һин беҙгә кәрәк! Һиңә теләктәрҙең иң матурын, изгеһен теләйбеҙ. Һәр ваҡыт та алдағы көнгә өмөт бағлап, тормоштан йәм табып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, хәстәрлеген тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлектә, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә йәшәүеңде теләйбеҙ. Изгелегең, ихлас хәстәрләрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын.
50 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Тура юлдан барған саптарың.
Әсәй фатихаһы, сәләмәтлек
Һинең менән булһын гел бергә.
Именлектә, ғаилә бәхетендә
Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә.
50 йәш ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Иң изге теләктәр менән әнейең Рәйфә, һылыуың Рәлиә, кейәүең Андрей, мырҙаң Зариф, киленең Лиана һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: