Все новости

“Эштән ҡурҡҡан булманы”

Ул бер ҙә моңһоуланып ултырмай, тормоштан йәм табып, дәртләнеп баҫып йөрөй.

“Эштән ҡурҡҡан булманы”
“Эштән ҡурҡҡан булманы”

Ҡалабыҙ тарихында тырышлығы, эшһөйәрлеге менән үҙенең эҙен ҡалдырыусы Ҡорбанғәли Ишкинин ошо көндәрҙә үҙенең матур 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Ғүмер юлын КүмАПП-та хеҙмәт итеүгә бағышлаған ир уҙаманы Башҡортостандың атҡаҙанған машина төҙөүсеһе исеменә лайыҡлы хеҙмәт ветераны ла ул. Уның эшен баһалаған Маҡтау, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары бихисап.
- Эштән ҡурҡманыҡ, төннә саҡырһалар ҙа тороп китә инек заводҡа. Тырышып эшләнек. Шулай итеп 37 йыллыҡ ғүмер күҙ асып йомғансы үтеп тә киткән. 2009 йылда хаҡлы ялға сыҡтым. Шулай ҙа хеҙмәт юлыма, тормошома үкенерлек түгел.
Ғүмерем заводта үтте тиһәм дә яңғылыш булмаҫ, эшемде яратып башҡарҙым. Бригадир булып эшләнем. Яңы эшкә килгән йәштәрҙе өйрәтеү ҙә минең өҫтә булды. Беҙ бала саҡтан эшкә сынығып үҫтек, ғаиләлә 7 бала булдыҡ. Әлеге йәшәтәрҙең киләсәге тыныс, донъялар имен булһын тигән теләктәребеҙ тиҙерәк тормошҡа ашһын ине, - ти Ҡорбанғәли Ишкинин.
Ҡорбанғәли Кинйәғәли улы бик әүҙем кеше. Баҡса тултырып йәшелсә, емеш еләк үҫтерә. “Әле лә ҡайҙа эш ҡушалар шунда барып эшләп киләм, ярҙам итәм”, - ти бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырырға өйрәнмәгән ир уҙаманы. Урта диңгеҙҙе арҡырыһы буйына йөрөп сыҡҡан моряк булараҡ, уның күңеле һаман да йәш. Ул бер ҙә моңһоуланып ултырмай, тормоштан йәм табып, дәртләнеп баҫып йөрөй.

Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.

Автор:
Читайте нас: