Якуп ауылы
Һөйөклө кешебез, ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Гөлсирә Биктимер ҡыҙы Исхакованы күркәм ғүмер байрамы – 65 йәше менән тәбрикләргә теләйбез. Бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәүең менән күңелебеҙҙе йылытаһың. Ошо күркәм юбилейыңды ла ихлас күңел менән ҡаршы ал, күҙҙәрең бәхеттән янып торһон. Көс-ғәйрәтең һүнмәһен, һүрелмәһен. Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, һөйөклө өләсәйебеҙ! Һин оло йәнле, киң күңелле кеше, беҙҙең таяныр таянысыбыҙ, ышанысыбыҙ! Һин беҙҙең әсәйебеҙ булыуың менән беҙ бик бәхетле, һин булғанға беҙҙең көнөбөҙ яҡты, күңелебеҙ тыныс, юлдарыбыҙ тигеҙ. Һинең янда үҙебеҙҙе һаман сабый итеп хис итәбеҙ. Барыһы барыһы өсөн дә һиңә оло рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ! Алдағы тормошоңда ныҡлы һаулыҡ, оҙаҡ йылдар беҙҙең ҡәҙер-хөрмәткә, бәхеткә төрөнөп, күңел йылыбыҙҙы тойоп йәшәүеңде теләйбеҙ. Байрамың мөбәрәк, эштәрең уң булһын.
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин биҙәйһең әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә,
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә, тип изге теләктәрен шиғырға һалып еткереүсе тормош иптәшегеҙ Хамит Хайретдин улы, ҡыҙығыҙ Лилиә, улығыҙ Марсель, кейәүегеҙ Айҙар, киленегеҙ Илүзә, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ Амиль, Азалия,Денис, Аслан, Дина.