Бөтә яңылыҡтар

Һәр яңы көн бәхет алып килһен

Эльвира Таңатарованы ҡотлайбыҙ!

Һәр яңы көн бәхет алып килһен
Һәр яңы көн бәхет алып килһен

Бөгөн беҙҙең ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ - Танатарова Эльвира Зинур ҡыҙын күркәм юбилейы - 55 йәше тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә аяҙ күк йөҙө, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерленән ҡәҙерле һин. Киләсәктә лә киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал. Хоҙай насип итһен һиңә алдағы көндәреңдә лә сәләмәтлек менән парлы ғүмер итергә.
Һәр яңы көн бәхет алып килһен,
Алһыу таңдар күмһен шатлыҡҡа.
Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә
Ҡартайырға бер ҙә ашыҡма..
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Альберт, улың Руслан, киленең Айгөл, ейәнсәрең Амалия, ейәнең Әмир, ҡыҙың Оксана, кейәүең Максим, ейәнсәрең Милана.

Автор:
Читайте нас