Бөтә яңылыҡтар

Һинән ғәзиз кеше бармы икән?

Беҙҙең иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Гөлшат Сәғәҙәтулла ҡыҙы ЯМАТОВАны күркәм ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һинән ғәзиз кеше бармы икән?
Һинән ғәзиз кеше бармы икән?

Яҡут ауылы
Беҙҙең иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Гөлшат Сәғәҙәтулла ҡыҙы ЯМАТОВАны күркәм ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде, тырышлығыңды, уңғанлығыңды әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанға беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ, йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең, кәрәкһең.
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә атайыбыҙ менән бергә, йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, беҙҙең һәм яҡындарыңдың изгелеген күреп, хөрмәтен тойоп, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле, мул, парлы, бәхетле тормошта, беҙгә терәк булып оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән?
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Наурат, ҡыҙҙарың Гөлназ, Лилиә, кейәүҙәрең Алик, Сәғит һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: