Яҡуп ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ - Минехан Хәйбулла улы ҮЛМӘҪБАЕВты - 70 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, йор һүҙле, мәрәкәсел, йыр-моңға ғашиҡ кеше һин. Әнәйебеҙ менән иңгә-иң терәшеп, бер- берегеҙҙе хөрмәт итеп, матур тормош юлы үттегеҙ. Бынан һуң да шулай булһын, Алла бойорһа. Ғүмер юлығыҙҙа бер ғаилә һымаҡ йәшәгән күршеләрегеҙ, терәк-таяныс булған дуҫтарығыҙ, бер-береһе өсөн янып торған туғандырығыҙ булды.
Беҙгә, балаларығыҙға, матур тәрбиә биреп, уҡытып, тормош юлына баҫтырҙығыҙ. Әле лә һеҙҙең ярҙамығыҙҙы тойоп йәшәйбеҙ! Барыһы өсөн дә мең рәхмәт һеҙгә!
Беҙ һиңә ҡоростай һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Бөгөн, атай, һинең тыуған көнөң,
Бар донъяла иң-иң изге көн!
Беҙ бәхетле булһын өсөн, сөнки
Тыуғанһың, атай, һин бөгөн!
Ер йөҙөндә иң-иң яҡшы атай,
Иң аҡыллы, тырыш һәм уңған.
Һинең йөрәк беҙгә һөйөү менән
Мәңгелеккә, атай, ул тулған!
Үҙең шаян, зирәк, тапҡыр һүҙле,
Һинең янда беҙгә күңелле.
Бар һорауға яуабың бар, атай,
Иң шәп атай беҙҙә, иң елле!!!
Ауырыма һис тә, атаҡайым,
Көләс булһын һәр саҡ йөҙҙәрең,
Шатлыҡ ҡына гел уратһын һине,
Нурҙар һипһен һинең күҙҙәрең!
Олоғайҙым тиеп көймә, атай,
Шатланышып йәшәйек бергә.
Һин булғанда донъя шундай яҡты
Әйҙә ет һин атай, ет йөҙгә!
Иң изге теләктәребеҙҙе еткереп тормош иптәшең, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейәндәрең һәм ейәнсәрең.