Бөтә яңылыҡтар

Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт

Тәлғәт ҠӘҘЕРҒОЛОВТЫ тәбрикләйбеҙ!

Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт
Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт

Яҡут ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған еҙнәбеҙ, бажабыҙ, бабайыбыҙ Тәлғәт Ғизетдин улы ҠӘҘЕРҒОЛОВ үҙенең матур юбилейын - 70 йәшен ҡаршылай. Еҙнәбеҙгә оҙон ғүмер, ҡоростай һаулыҡ, парлы ғүмер теләйбеҙ.
Еҙнә! Һиңә барыһы өсөн дә бик ҙур рәхмәт. Ауыр саҡтарҙа, үҙеңдең ҡанатың аҫтына алып, үҙ ғаиләңә һыйындырғаның өсөн, беҙ, һиңә тағы ла бер тапҡыр оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Апайыбыҙ менән һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы алаһығыҙ, ҡунаҡ итәһегеҙ. Беҙҙең өсөн был оло шатлыҡ - ҡыуаныс. Ҡалған ғүмерегеҙҙе лә апайыбыҙ, балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәр менән иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә яҙһын.
Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ, ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Ҡотлау менән Мәләүез ҡалаһынан балдыҙҙарың, бажаларың.

Автор:
Читайте нас