Яҡуп ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Урта Бабалар ауылында йәшәгән, беҙҙең иң ҡәҙерле кешебеҙ әсәйебеҙ - Гөлдәр Илшат ҡыҙы ӘХМӘТОВАны күркәм юбилейы - 60 йәш тулыуы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Әсәйебеҙ беҙҙең был тормошта ла, мәктәптә лә беренсе уҡытыусыбыҙ. Беҙ уның менән һәр саҡ һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ. Ҡасан ҡайтһаҡ та ул беҙҙе асыҡ йөҙ, тәмле ризыҡтар менән ҡаршы ала.
Әсәй, ҡотлайбыҙ һине тыуған көнөң менән! Һиңә ныҡлы һаулыҡ, сикһеҙ бәхетле тормош теләйбеҙ. Атайыбыҙ менән татыулыҡта, муллыҡта, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Әсәй тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә,
Бөтә донъя һыйған, һыйынған.
Ҡояштың да иң-иң наҙлы нуры
Әсәй йөрәгендә ҡойонған.
Рәхмәт һиңә, әсәй, беҙ булғанға.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Илһам, ҡыҙҙарың Илзида, Гөлсинә, Фәнзилә кейәүҙәрең Йәмил, Илмир, Самат, ейәнең Инсаф ейәнсәрҙәрең Юлиә, Лилиә, Әлиә, Арина.