Яңы Таймаҫ ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған, яҡын кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ, олатайыбыҙ, кейәүебеҙ - Илшат Илгиз улы РЫҪҠОЛОВты ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ, һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Ҡәҙерлебеҙ, һин оҫта ҡуллы, йор һүҙле, тырыш кеше, тормоштан йәм табып, яҡындарыңды шатландырып йәшәй беләһең. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә лә ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп, һаман беҙгә терәк, кәрәк булып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын!
60 йәш бит әле матур ғүмер,
Борсолма һин килгән йылдарға.
Иҫәнлекте күберәк бирһен Хоҙай,
Ҡалған ғүмер үтһен шатлыҡта.
Ғүмер үтә тимә, иң мөһиме,
Йөрәктәрҙә йәшлек дәрте дөрләһен.
Бәхет шишмәң мөлдөрәмә булһын,
Күңелең борсолоуҙар белмәһен.
Йәшәгән һайын йәшәү дәрте артһын,
Сәләмәт булһын изге йөрәгең.
Йәнең тыныс, ҡанатың ныҡ булһын,
Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Земфира, ҡәйнәң, ҡыҙҙарың Алина, Гөлнара, Азалия, улың Илнур, кейәүең Рәфис, Наиль, ейән-ейәнсәрҙәрең Залина, Ралина, Камилла, Зарина, Рафаиль, Эмиль.