Бөтә яңылыҡтар

Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош - беҙҙең һиңә әйтер теләктәр

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, нәнәйебеҙ, һылыуыбыҙ, апайыбыҙ - Лилиә Әшрәф ҡыҙы АЛТЫНШИНАны - 65 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәктәребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош - беҙҙең һиңә әйтер теләктәр
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош - беҙҙең һиңә әйтер теләктәр

Иҫке Мораптал ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, нәнәйебеҙ, һылыуыбыҙ, апайыбыҙ - Лилиә Әшрәф ҡыҙы АЛТЫНШИНАны - 65 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәктәребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә һаулыҡтың ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең ҡояшлы, көндәрең аяҙ, кистәрең тыныс булһын. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, атыр таңдарың, өмөт менән тулы булып, ғүмер
йомғағың шатлыҡҡа ғына тулып тәгәрәһен.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош -
Беҙҙең һиңә әйтер теләктәр.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен.
Күңелеңдә булған бар теләктәрен
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Айгөл, кейәүең Руслан, ейәндәрең Денис һәм Данияр, Әминевтар, Әбсәләмовтар, Ибраевтар, Исламғоловтар, Кинжалеевтар, Ҡалдаровтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас