Аҡһары ауылы
Донъяла иң ҡәҙерле кешебеҙ, ғаиләбеҙҙең тотҡаhы - Рәшит Хәмит улы ҠОЛМӨХӘМӘТОВты - 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Тырыш, хәстәрлекле, уңған, сабыр йөрәкле атайыбыҙга ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта донъяларыңды нурлы итеп, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә эштән, тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, ярҙамсыл булып ҡал!
60 йәш бит әле матур ғүмер,
Борсолма һин килгән ҡартлыҡҡа.
Иҫәнлекте күберәк бирһен Хоҙай,
Ҡалған ғүмер үтһен шатлыҡта.
Ғүмер үтә тимә, иң мөһиме,
Йөрәктәрҙә йәшлек дәрте дөрләһен.
Бәхет шишмәң мөлдөрәмә булһын,
Күңелең борсолоуҙар белмәһен.
Йәшәгән һайын йәшәү дәрте артһын,
Сәләмәт булһын изге йөрәгең.
Йәнең тыныс, ҡанатың ныҡ булһын,
Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң.
Ҡотлауҙар менән тормош иптәшең Зилә, ҡәйнәң Рида, ҡыҙығыҙ Айгѳл, улығыҙ Илгизәр, кейәүегеҙ Рәмил, ейәнсәрҙәрегеҙ Линара, Раяна.