Бөтә яңылыҡтар

Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен

Эшсән, тырыш, өлгөр хеҙмәткәр, хөрмәтле коллегабыҙ - Рузалия Әхмәҙи ҡыҙы АЙҘАРОВАны күркәм ғүмер байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен

Рузалия Әхмәҙи ҡыҙы, һеҙ оҙаҡ йылдар үҙ эшегеҙҙе намыҫ менән, бар күңелегеҙҙе һалып, тырышып башҡараһығыҙ, үҙегеҙгә йөкмәтелгән бар эштәрҙе лә ҙур яуаплылыҡ менән еренә еткереп үтәйһегеҙ. Ҙур педагогик тәжрибәгә эйә булараҡ, коллегаларығыҙ, уҡыусыларығыҙ, ата-әсәйҙәр алдында ҙур хөрмәткә лайыҡһығыҙ.
Оло йөрәкле, эшһөйәр, ярҙамсыл коллегабыҙға ошо күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлап, күңел түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: һау-сәләмәт булып, именлектә, яҡындарыңдың шатлығына һөйөнөп, тормош юлдашығыҙ менән оҙон-оҙаҡ, парлы ғүмер юлы үтергә яҙһын. Йөҙөгөҙҙән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Яратҡан эшегеҙҙән илһам алып, татыу колективыбыҙҙа, ҙур уңыштарға өлгәшеп, артабан да бергә-бергә эшләргә яҙһын.
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Өмөт йондоҙҙары балҡып торһон,
Йыраҡ йөрөһөн һеҙҙән һағыштар.
Мулдан булһын һеҙҙең өлөшөгөҙгә
Яҙмыш яҙған бәхет шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт урта мәктәбе коллективы

Автор:
Читайте нас