Бөтә яңылыҡтар

Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош - Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр

Рамазан ЙОСОПОВты ҡотлайбыҙ!

Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош - Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош - Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр

Яҡшымбәт ауылы
Хөрмәтле кейәүебеҙ, бажам, еҙнәбеҙ - Рамазан Хәмиҙулла улы ЙОСОПОВты күркәм ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Беҙ һине ярты быуатҡа яҡын ғаиләңдә өлгөлө атай, уңған, хәстәрлекле хужа, ышаныслы тормош иптәше икәнеңде күреп, белеп йәшәйбеҙ. Хоҙай Тәғәлә үҙеңә нурлы оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, рухи сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын насип итһен. Балаларыңдың изгелеген, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, матур ғүмер кисерергә яҙһын.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош -
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ һеҙ,
Апай-еҙнә, һәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар һайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар
Осһон әле, һеҙҙән көнләшеп!
Насип булһын артабан да йәшәү
Ғаилә бәхетенә йыуанып,
Бар шатлығын, бәхет һәм рәхәтен
Был донъяның татып, ҡыуанып.
Яуланасаҡ ғүмер үрҙәреңдең
Бейегерәк булһын һәр бере.
Бар булмышың менән һөйөндөрөп,
Йәшә ерҙә, йәшә әле һин!
Иң изге теләктәр менән Рахманғоловтар, Ибатуллиндар һәм Усмановтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас