Бөгөн донъялағы иң ҡәҙерле кешеләребеҙ әтейебеҙ, олатайыбыҙ Нәғим Әхмәтшәриф улы менән әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Лилиә Рауил ҡыҙы КИНЙӘБАЙЕВТАР үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләй!
Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ һәр ваҡыт ҡулға ҡул тотоношоп бер береһенә терәк, беҙгә өлгө булып тормош юлынан атлайҙар.
Ҡәҙерлебеҙ бәхетле әтей-әсәй, олатай-өләсәй булып, балаларының, ейәндәренең рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп йәшәйҙәр. Бик һирәктәргә генә эләгәлер бындай бәхет. Оҙаҡ йылдар дауамында Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк ителгән мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, кешеләрҙе һоҡландырып донъя көтөүҙәрен дауам итә беҙҙең иң яҡын кешеләребеҙ. Ярҙамсыллыҡтары, олоға ла, кесегә лә берҙәй хәстәрлекле булыуҙары менән айырылып торалар.
Киләсәктә лә эргә-тирәләгеләргә үрнәк булып, тиң-тигеҙ, матур йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән, Хоҙай биргән оло бүләктән - мөхәббәтегеҙҙән айырмаһын! Һеҙгә оҙон ғүмер, һаулыҡ-сәләмәтлек, бөтмәҫ бәхет-шатлыҡтар насип булһын. Иртәләр тыныс, күк йөҙө аяҙ булһын!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙығыҙ, кейәүегеҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.