Абыйыбыҙ Тимербай мәктәбенең 8 синыфын тамамлап, 2 йыл Свобода мәктәбендә белем ала, артабан шоферлыҡ курстарын тамамлап, армия сафында 2 йыл хеҙмәт итә.
Шул йылдарҙан бирле ул тормош юлын ауыл хужалығына бағышлай. 1986 йылды ауыл ҡыҙы Лилиә еңгәйебеҙ менән ҡауышып, донъя көтә башлайҙар. 5 матур, аҡыллы, үҙҙәре һымаҡ тырыш балалар үҫтерҙеләр. Әлеге көндә Еңгәйебеҙ менән арыу-талыу белмәй, беҙҙе ҡыуандырып йәшәп яталар, Аллаға шөкөр!
Таһир абыйыбыҙ Түкән СПКһында эшләп йөрөй, үҙҙәренең үҙ фермер хужалығын уңышлы алып баралар. Ашлыҡ үҫтерәләр, ат, һыйыр малдары, күп итеп ҡош-ҡорт аҫырайҙар. Ҡышҡыһын музей котельныйында ла эшләп өлгөрә етеҙ туғаныбыҙ. Ҡулынан килмәгән бер эше юҡ яҡыныбыҙҙың. Уның тырышлығын баһалап, район, республика кимәлендә бик күп маҡтау хаттары, грамоталар тапшырылды.
Әлеге мәлдә Килмәтовтар балаларына, ейән, ейәнсәрҙәренә ныҡлы терәк, өлгө булып тора.
Туғаныбыҙҙы ҡотлап ныҡлы һаулыҡ, ҡартлыҡ бәхете, оҙон ғүмер, балаларының ҡыуаныс-шатлыҡтарын күреп, еңгәйебеҙ менән оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ!
Ҡотлауҙар менән бер туғандары.