Бөтә яңылыҡтар

Яҡты көндөң һәр бер иртәһе килһен һиңә бәхет, нур булып

Ләлә МӘҺӘҘИЕВАны ихлас ҡотлайбыҙ!

Яҡты көндөң һәр бер иртәһе килһен һиңә бәхет, нур булып
Яҡты көндөң һәр бер иртәһе килһен һиңә бәхет, нур булып

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған ҡыҙым, апайыбыҙ, еңгәбеҙ, инәйебеҙ, туғаныбыҙ Ләлә Фирҙәт ҡыҙы МӘҺӘҘИЕВАны 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, алдағы көндәреңдә һәр тыуар таң күңел көрлөгө, тән сихәтлеге, бәхет шатлыҡтар, ҡыуаныслы хәбәрҙәр генә алып килһен. Беҙ һиңә һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың олоһон теләйбеҙ. Һәр ваҡытта ла шулай шат, көләс йөҙлө, ихлас күңелле булып ҡал. Алға табан да шатлыҡта, ҡыуаныста, бәхеттә йәшәргә яҙһын һиңә. Әлегеләй көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм игелекле, шат һәм сәләмәт йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Юбилейың - күркәм байрамың!
Ҡабул ит һин беҙҙән ҙур бүләкте,
Изге теләктәрҙең бәйләмен.
Яҡты көндөң һәр бер иртәһе
Килһен һиңә бәхет, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуанысың торһон урғылып.
Иң изге теләктәр менән әсәйең, һылыуҙарың Лилиә, Рәлиә һәм уларҙың ғаиләләре, туғандарың.

Автор:
Читайте нас