Бөтә яңылыҡтар

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен

Гөлдәр БИҠҠУЖИНАны ҡотлайбыҙ!

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен

Апайыбыҙ Гөлдәр Өлфәт ҡыҙы БИҠҠУЖИНАны күркәм ғүмер байрамы – 45 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Апай, артабан да бәхеттә, шатлыҡта, иҫәнлектә-һаулыҡта, ҡәҙер-хөрмәттә, балаларыңдың игелеген-изгелеген күреп йәшәргә яҙһын. Тыуыр таңдарың – аяҙ, килер көндәрең – яҡты, шатлыҡлы булһын! Әлегеләй йәш, матур, дәртле, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып ҡал.
Ҡотло булһын, апай, тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән туғаның Илүзә, кейәүең Фәнзил.

Автор:
Читайте нас: