Бөтә яңылыҡтар

Тик бәхеттәр генә теләйбеҙ

Кәфиә Ишморатованы ҡотлайбыҙ!

Тик бәхеттәр генә теләйбеҙ
Тик бәхеттәр генә теләйбеҙ

Яңы Таймаҫ ауылы
Иң ҡәҙерле, иң яҡын, ғәзиз кешебеҙ – Кәфиә Ғәфүр ҡыҙы ИШМОРАТОВА үҙенең 83 йәшен ҡаршылай, беҙ уны ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Һөйөклөбөҙ, һине ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп барыһы өсөн дә рәхмәт әйтеп, алдыңда баш эйәбеҙ. Һинең киң күңелеңдә, оло йөрәгеңдә беҙҙең барыбыҙ өсөн дә урын бар. Һин беҙҙең барыбыҙҙы ла хәстәрләп, уйлап, барыбыҙға ла һөйөү, наҙыңды бүләк итеп, беҙҙең өсөн доғалар ҡылып йәшәйһең.
Алдағы көндәреңдә һиңә күңел тыныслығы, ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы булған, аяҙ, бәхетле көндәр теләйбеҙ. Беҙ, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрәҙреңдең ҡәҙер хөрмәтен тойоп, изгелектәрен генә күреп, шатлыҡтарыбыҙға һөйөнөп, йортобоҙҙоң яҡты нурын һаҡлап тыныслыҡта тағы оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һиңә, ҡәҙерлебеҙ! Беҙ һине яратабыҙ!
Юбилейың ҡотло булһын, Әсәй
Оҙаҡ йылдар яҙһын йәшәргә.
Ҡосағыңа беҙҙе ҡосоп алып
Балам тиеп һөйөп ҡарарға.
Яратылып йәшә һәр саҡ, Әсәй
Оҙон булһын һинең ғүмерең.
Һин беҙҙең яҡын кешебеҙ,
Тик бәхеттәр генә теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Илһөйәр, улдарың Ғайнислам, Венер, Зинур, кейәүең Фуат, киленең Рима һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас