Бөтә яңылыҡтар

Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен

Айнур Әмировты тәбрикләйбеҙ!

Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен
Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен

Көйөргәҙе районының Тимербай ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәүсе тормош иптәшем Әмиров Айнур Миниғәли улын 45 йәшлек матур юбилейы уңайынан ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Туған йәнле, изге күңелле, оло йөрәкле, ярҙамсыл, уңған кешебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхет, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп оҙон-оҙаҡ йәшәүенде теләйбеҙ. Иртәләрең ҡояшлы, көндәрең көләс, күңелең тыныс булһын.
Юлдар кеүек оҙон ғүмер һиңә,
Ҡайғы еле һис тә теймәһен.
Тормош һынауҙары ситләп үтһен,
Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә
Бәхет ҡунһын күңелең түренә,
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә.
Иң изге теләктәр менән Ләйсән.

Автор:
Читайте нас: