Бөтә яңылыҡтар

Бәхет шишмәләрең мул аҡһын

Розалия Сарбаеваны ихлас ҡотлайбыҙ!

Бәхет шишмәләрең мул аҡһын
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын

Өфө районы Шамонино ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ, киленем, ейәнсәрем, еңгәм Розалия Хәбир ҡыҙы Сарбаеваны тыуған көнө менән ихлас ҡотлап иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп, яҡындарыңдың игелектәрен генә күреп йәшәргә яҙһын. Һиңә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, эшеңдә уңыштар теләйбеҙ.
Ҡотло булһын ҡыҙым тыуған көнөң,
Теләйем һиңә бары яҡшылыҡ.
Фәрештәләр һиңә юлдаш булһын,
Бар изгелек, йәшә һин ҡылып.
Иң кәрәге иҫән-һаулыҡ булһын,
Айырмаһын шунан бер Хоҙайым.
Йән тыныслыҡ теләйем һәммәгеҙгә,
Тик ғүмерле булһын үҙ ояң.
Баштарыңды эймә бер ҡасан да,
Ғүмерҙәр бит ҡыҙым бер генә.
Шөкөр итеп йәшә был донъяла,
Изге ғәмәл булһын күңелеңдә.
Тормош йөгөн тартып, киләсәктә,
Рәхәтен дә яҙһын күрергә.
Һығылма ла, бөгөлмә лә ҡыҙым,
Ер-емертеп йәшә ғүмергә.
Ишет, Аллам, барса теләгемде,
Ирешһендәр барып ҡыҙыма.
Әрнеләрһеҙ булһын тормоштары,
Барса ғаләм һинең ҡулыңда.
Бәхет нурында ҡойоноп,
Наҙға күмелеп йәшә.
Тиңең менән тигеҙ булып
Һөйөп-һөйөлөп йәшә.
Оҙон булһын һинең ғүмерең,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Юлдарыңда үҫһен аҡ сәскә.
Алып килһен һиңә бөгөнгөһө
Бәхетле һәм матур киләсәк.
Иң изге теләктәр менән атайың Хәбир, әсәйең Гүзәлиә, мырҙаң Дамир, өләсәйең Клара, ҡәйнәң Рүзилә, ҡәйнешең Тимур.
 

Автор:
Читайте нас: