Бөтә яңылыҡтар

Беҙ бәхетле һинең яныңда

Әсмә Рәхим ҡыҙы ХӘФИЗОВАны күркәм ғүмер байрамы – 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, уға иң йылы, иң матур, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Беҙ бәхетле һинең яныңда
Беҙ бәхетле һинең яныңда

Бәләкәй Муса ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын, ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙ һөйөклө әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Әсмә Рәхим ҡыҙы ХӘФИЗОВАны күркәм ғүмер байрамы – 85 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, уға иң йылы, иң матур, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Һәр ваҡытта ла яҡты йөҙлө, алсаҡ, мәрхәмәтле, ҡунаҡсыл, туғандары, яҡындары өсөн йән атып торған, ярҙамынан берәүҙе лә айырмаған, донъябыҙға ҡот өҫтәүсе, күңелебеҙҙе йылытыусы, 8 бала үҫтергән, хеҙмәт ветераны булған, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күргән, оло йөрәкле ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙ тураһында ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ.
Һөйөклөбөҙ, һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә. Һинең яҡты йөҙөң, телде йоторлоҡ тәмле һыйҙарың менән сикһеҙ бәхетлебеҙ!
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, ныҡлы сәләмәтлектә, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән һылыуың Фәриха һәм уның ғаиләһе, ҡыҙҙарың Миңһылыу, Рәзифә, Зәлифә, Таңһылыу, Суфия, улдарың Рәүеф, Рафиҡ һәм уларҙың ғаиләләре. 14 ейән-ейәнсәрҙәрең, 16 бүлә-бүләсәрең.

Автор:
Читайте нас: