Күмертау ҡалаһында тыуып үҫеп, әлеге көндә Өфө районының Шамонин ауылында йәшәүсе ҡәҙерле йәшлек дуҫым Сарбаева Розалия Хәбир ҡыҙы бөгөн күркәм 35 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан дуҫыма йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәремде юллайым.
Бәхеттең мөлдөрәмә тулыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон, һаулыҡтың ныҡлыһын, яратҡан эшендә ҙур уңыштар, ғаилә именлеге, барлыҡ изге уй-хыялдарың тормошҡа ашыуын теләйем, киләсәктә лә яҡындарының ҡәҙер-хөрмөтенә һөйөнөп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер итергә яҙһын.
Уй-теләктәрең изге, тыуыр таңдарың тыныс, ғүмерең бәхетле булһын! Тормошоңа йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, бәхетле булыуыңды теләйем.
Алсаҡ, тырыш, киң күңелле, туған йәнле, көслө рухлы, кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл дуҫым бәхетле һәм сәләмәт бул!
Тормош юлың алға барһын,
Көндәрең үтһен имен.
Яҡты булһын бар уйҙарың,
Һау булһын йәнең-тәнең.
Шатлан, һөйөн, һин – бәхетле,
Һинең ғүмер байрамың!
Кемдер өсөн иң ҙур бүләк,
Иң ҙур шатлыҡ – булғаның!
Һинең дуҫың Зөлфиә.