Яңы Муса ауылы
Беҙҙең өсөн иң яҡын, иң ҡәҙерле кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, һөйөклө әнәйебеҙ, хәстәрлекле ҡартәниебеҙ Зилә Муллағәли ҡыҙы ХӘМИТОВАны күркәм байрамы, 60 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Беҙҙең һөйөклөбөҙ изге күңелле, сабыр, кешелекле, тыуған йәнле. Донъяһы гөрләп сәскә ата, уларҙың ниндәйен генә үҫтермәй ул.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, парлы, бәрәкәтле ғүмер насип булһын. Алдағы тормошоң ҡайғы-хәсрәтһеҙ үтһен, сәләмәт бул, атайыбыҙ менән беҙгә терәк таяныс булып оҙаҡ йылдар йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Барыһы өсөн һиңә рәхмәтлебеҙ,
Әнәйебеҙ, донъя ҡотобоҙ!
Һин бар саҡта беҙ сабыйҙар әле,
Һин бар саҡта яна утыбыҙ.
Беҙҙең өсөн йәшәү өлгөһө һин,
Йәм биреүсе яҡты донъяға.
Яратыуың, һағыныуың тойоп
Ашҡынабыҙ тыуған ояға.
Мәрхәмәтле, мөхәббәтле үҙең,
Иң яратҡан наҙлы кешебеҙ!
Имен йәшә! Һин сәләмәт булһаң,
Гөрләп бара беҙҙең эшебеҙ!
Оҙон ғүмер, яҡты, матур тормош,
Бәрәкәтле, ҡотло миҙгелдәр -
Беҙ теләйбеҙ һиңә, ҡәҙерлебеҙ,
Яҡын булһын бары күңелдәр!
Беҙ ҡайтырбыҙ һиңә тағы, тағы
Һыуынмаһын тыуған нигеҙҙәр!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Нәжип, ҡыҙың Әлиә, улың Рәмил, кейәүең Ильдар, киленең Ләйсән, ейәнсәрең Рәлиә, ейәндәрең Рөстәм, Румил, Данис һәм Нурислам.