Яңы Мораптал ауылында ғүмер итеүсе ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, һылыуыбыҙ, апайыбыҙ Әлибаева Нурия Миңлеғужа ҡыҙын тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Яҡыныбыҙ Яңы Таймаҫ ауылында йәйҙең иң һутлы, сәскәле-баллы мәлендә, 30 июль, донъяға дүртенсе ҡыҙ булып ауаз һала. Бәләкәйҙән тырыш, ярҙамсыл, шаян, үткер, дәртле булып үҫә. Бейергә ярата, спортты үҙ итә. Бөгөнгө көндә Яңы Мораптал ауылы мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләп йөрөй.
Ошо ауылда төпләнеп, Илнур кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ менән өс баһадир егет үҫтерәләр, ең һыҙғанып донъя көтәләр, мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үҫтерәләр.
Ҡояштан да яҡтыраҡ, алтындан да затлыраҡ ҡыҙыбыҙҙы ғүмер байрамы менән тәбрикләп, күңел түрендәге иң-изге теләктәрҙе еткерәбеҙ: ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Һәр ваҡыт ихлас, изге күңелле, туған йәнле, ярҙамсыл, терәк булғаның өсөн ҙур рәхмәт һиңә!
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда!
Иң изге теләктәр менән, әтейең, әнейең һәм барлыҡ туғандарың.