Яҡшымбәт ауылы
Хөрмәтле коллегабыҙ Азат Зөлфәҡәр улы ҒӘЛИЕВты матур ғүмер байрамы айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Юбилейығыҙ ҡотло булһын!
Матур көндә ҡотлап теләйбеҙ:
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен,
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Яҡшымбәт урта мәктәбе коллективы.