Бөтә яңылыҡтар
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
16 Сентябрь , 12:49

Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың

Азат ҒӘЛИЕВҡа изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ

Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ғәзиздәрҙән-ғәзиз, яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ - Азат Зөлфәҡәр улы ҒӘЛИЕВты күркәм ғүмер байрамын - 50 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы булыуың менән, ауылыбыҙ өсөн тырышып эшләгән староста, бихисап йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашыусы һәм башҡарыусы булыуың менән беҙ бик бәхетле. Ҡәҙерлебеҙ, һин оҫта ҡуллы, йор һүҙле, сәхнәлә лә сығыш яһаусы тырыш кеше, тормоштан йәм табып, яҡындарыңды шатландырып йәшәй беләһең. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә лә парлы булып, тыуған йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, беҙҙең менән бергәләп, һаман беҙгә терәк, кәрәк булып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
50 йәш ул ҡартлык түгел -
Ғүмерҙәрҙең матур саҡтары.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын,
Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә.
Ҡайғы-хәсрәт һине урап үтһен,
Шул теләктәр беҙҙән үҙеңә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, кейәүең, ейәнең.

Автор:
Читайте нас: