Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ Мәҙәрик Ирек улы СЫНБУЛАТОВты ғүмеренең күркәм байрамы - матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп, барыһына ла терәк, кәрәк булып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын тормошҡа.
Иң изге теләктәр менән Юнир менән Раушания Сынбулатовтар һәм уларҙың балалары.