Бөтә яңылыҡтар

Шатлыҡ-ҡыуаныстың хоҙай бирһен һиңә олоһон!

Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Абдул ауылында йәшәгән Эльвира Шәкүр ҡыҙы ТАРЗИМАНОВАны күркәм байрамы – 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ

Шатлыҡ-ҡыуаныстың хоҙай бирһен һиңә олоһон!
Шатлыҡ-ҡыуаныстың хоҙай бирһен һиңә олоһон!

Абдул ауылы
Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Абдул ауылында йәшәгән Эльвира Шәкүр ҡыҙы ТАРЗИМАНОВАны күркәм байрамы – 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡыҙым! Һиңә аяҙ күк йөҙө, аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер, атыр таңдарың ҡояшлы, яҡты булһын!
Һин, ҡыҙым, тырыш, күптәргә үрнәк булып йәшәүсе! Беҙгә терәк-таяныс, тоғро, яратҡан ҡатын, ғәзиз әсә, ихтирамлы ҡәйнә, яратҡан өләсәй, хөрмәт-ярҙам иткән бала ла!
Алла бирһә алдағы көндәрҙә лә тормошто яратып, балаларыңдан, туғандарыңдан гел рәхмәт һүҙҙәре генә ишетеп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, ауырлыҡтарға баш эймәй, оҙон-оҙаҡ, бәхетле, кейәү менән парлы ғүмер кисерергә яҙһын!
Беҙгә тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ хәстәрлегең, сабырлығың өсөн ҙур рәхмәт, ҡыҙым!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға,
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда!
Килер көндәрең бәхет менән тулһын,
Ҡояш һипһен бөтмәҫ йылыһын.
Сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстың
Хоҙай бирһен һиңә олоһон!
Иң изге теләктәр әнейең һәм һинең ғаиләң.

Автор:
Читайте нас: