Бөтә яңылыҡтар

Именлектә йәшә, ҡәҙерлебеҙ

Валентина ДЕМЕНТЬЕВАны ҡотлайбыҙ!

Именлектә йәшә, ҡәҙерлебеҙ
Именлектә йәшә, ҡәҙерлебеҙ

Михайловка ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, ғәзиз әсәйебеҙ һәм өләсәйебеҙ – Валентина Петровна ДЕМЕНТЬЕВАны күркәм байрамы – тыуған көнө менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Һөйөклөбөҙ, һине ошо күркәм байрамың менән ҡотлап, ер йөҙөндәге иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ғүмер йомғағың һаулыҡта, бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға барһын. Атыр таңдарың, күңелең - тыныс, ҡояшлы, йөҙөң һәр ваҡыт көләс булһын. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ауырыу-һыҙланыу белмәй, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә терәк булып, уларҙың изгелектәрен күреп, уңыштарына шатланып, тормош матурлыҡтарын күреп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле, сәләмәт ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Именлектә йәшә, ҡәҙерлебеҙ,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек үҙе бәхет бит ул,
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың исеменән улың Алексей, киленең Гөлназ, ейәнсәрҙәрең Әлфиә, София, Әлиә.

Автор:
Читайте нас: