Бөтә яңылыҡтар

Бер-берегеҙгә терәк булығыҙ!

Бөгөн беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле, бик яҡын булған Яҡшымбәт ауылы егете Бикмаев Илнур Рафиҡ улының һәм Кумертау ҡалаһы һылыуы Дәүләтшина Алина Рауил ҡыҙының иҫтәлекле һәм шатлыҡлы көндәренең береһе, Никах туйы!

Бер-берегеҙгә терәк булығыҙ!
Бер-берегеҙгә терәк булығыҙ!

Йәштәрҙе күркәм байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Илнур улым, Алина киленем! Бөгөн һеҙҙең өсөн яуаплы һәм дә изге көндәрҙең береһе-һеҙ яңы тормошҡа ҙур аҙым яһанығыҙ. Аллаһ Тәғәлә ризалығы
менән һеҙ инде бер ғаилә! Ғаиләнең көндән-көн нығыныуын, йортоғоҙҙа игелек, йылы һәм йәм булыуын теләйбеҙ! Аллаһ Тәғәлә һеҙҙең тормошоғоҙҙо бәхетле, еңел һәм шатлыҡлы итһен! Бер-берегеҙҙең, ата-әсәйҙәрегеҙҙең, туғандарығыҙҙың ҡәҙерен белеп, тигеҙлектә, татыу, матур йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Мәхәббәтегеҙ сикһеҙ булһын, һөйөү хистәрен икәү бергә һаҡлағыҙ , бер-берегеҙгә
барлыҡ осраҡтарҙа ла терәк булығыҙ! Һау-сәләмәт булығыҙ, матур балалар үҫтерегеҙ, улар олоғайған йылдарҙа һеҙгә шатлыҡ килтерһен! Барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы бергә, ҡулға-ҡул тотоношоп лайыҡлы үтегеҙ. Һеҙҙе берләштергән мәхәббәт йылдар үтеү менән нығынһын, матур сәскә булып атһын. Һеҙ бөгөн шундай матур, шундай бәхетле, мәңгегә шулай булһын!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарығыҙ исеменән әнәйең Рәүилә һәм туғаның Ильгина.

Автор:
Читайте нас: