Тимербай ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Ҡарай ауылында тормош көткән ҡәҙерле класташыбыҙ Лилиә Хәмит ҡыҙы УСМАНОВАны ҙур байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
55 йыл элек ата-әсәйең һиңә, кешелә була торған иң ҡиммәтле нәмәне — ғүмер бүләк иткән. Бүләгеңде юҡҡа сарыф итмә, уны мәғәнәгә, бәхетле көндәргә, мөхәббәткә һәм ҡыҙыҡлы мажараларға тултырып йәшә. Һәр саҡ йөрәгеңде тыңла. Хыялдарыңды тормошҡа ашырған һайын, үҙең менән сикһеҙ ғорурланып: «Эйе! Мин быны булдырҙым!» - тип шатлыҡтан ҡысҡырырға яҙһын. Башҡарған һәр эшеңдән күңелең ҡанатланһын, эсеңдәге күбәләктәр танго бейеһен. Көс-ҡеүәтеңде һәм һәләтеңде донъяға бүләк ит. Һөйөү һәм намыҫ менән йәшә. 90 йәште ҡыуған саҡта, артыңа әйләнеп: «Бына был, исмаһам, ғүмер!» - тип әйтә алырлыҡ булһын.
Лилиә, ғүмерле бул, рәхәт йәшә,
Ҡайғы еле һиңә теймәһен.
Теләр теләктәрең ҡабул булһын,
Өмөттәрең һис кем өҙмәһен.
Донъя тип - донъя ҡыуабыҙ,
Тартабыҙ тормош йөгөн.
Онотоп тор мәшәҡәтең,
Бөгөн бит тыуған көнөң!
Һинең өсөн генә бөгөн
Иң матур гөлләмәләр.
Ҡотлай дуҫ-иш, туғандарың,
Яуа изге теләктәр!
Бер йыл үтте тағы, тиеп,
Календарға зарланма.
Алда көтә яҡты йылдар,
Үткәнен һин барлама.
Тыуған көн үтә лә китә,
Алда тора иң шәбе.
Ҡайғы-хәсрәт урап үтһен,
Һүнмәһен ғүмер шәме!
Һинең өсөн генә бөгөн,
Йылмаялар сәскәләр.
Алда әле, иркәләнеп,
Уянаһы иртәләр.
Иң изге теләктәр менән класташтарың.