Бөтә яңылыҡтар

Һин булғанға беҙҙең тормош матур

Лилиә УСМАНОВАны ҡотлайбыҙ!

Һин булғанға беҙҙең тормош матур
Һин булғанға беҙҙең тормош матур

Ҡарай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, hөйөклө тормош иптәшем, хәстәрлекле әнәйебеҙ, яратҡан ҡәйнәм һәм нәнәйебеҙ - Лилиә Хәмит ҡыҙы УСМАНОВАны 55 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һөйөклөбөҙ, һине ошо күркәм юбилейың менән ҡотлап, ер йөҙөндәге иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ғүмер йомғағың һаулыҡта, бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға барһын. Атыр таңдарың, күңелең - тыныс, ҡояшлы, йөҙөң һәр ваҡыт көләс булһын. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ауырыу-һыҙланыу белмәй, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә терәк, таяныс булып, уларҙың изгелектәрен күреп, уңыштарына шатланып, тормош матурлыҡтарын күреп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле, парлы, сәләмәт ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ! Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта, беҙҙең менән бергә ҡыуанып йәшәргә яҙһын!
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә, әсәй, бик кәрәк.
Именлектә йәшә, ҡәҙерлебеҙ,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек үҙе бәхет бит ул -
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәнис, улың Айнур, ҡыҙың Розалина, кейәүең Руслан, ейәнсәрең Руфина, ейәнең Арслан.

Автор:
Читайте нас