Йәшәү – үҙе бәхет бит ул...

Хөрмәтле Сулпан Рәжәп ҡыҙы! Матур датағыҙ менән барлыҡ ҡәләмдәштәрегеҙ, ижадығыҙҙы яҡын күреүсе уҡыусыларығыҙ исеменән ихлас ҡотлайбыҙ!

Йәшәү – үҙе бәхет бит ул...Йәшәү – үҙе бәхет бит ул...
Йәшәү – үҙе бәхет бит ул...

Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы,Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты Сулпан Миңлебаева ижады башҡорт рухы, дини балҡыш менән һуғарылған, яҡтылыҡҡа, изгелеккә ынтылған, фәлсәфәүи уйланыуҙар шиғриәте ул. Нәҡ ошондай йөкмәткеһе, ябайлығы менән ул уҡыусыға яҡын, ҡәҙерле. Ижадығыҙҙың иң һутлы, иң татлы осоро Сулпан Рәжәп ҡыҙы! Кинәнеп, илһамланып, янып йәшәргә Хоҙай һаулыҡ, именлек, ғүмер бирһен!
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы исеменән Рима АРЫҪЛАНОВА

Йәшәү – үҙе бәхет бит ул...
Кеше һәр саҡ бәхетле ул - шуны белмәй.
Ғүмер баҡый әллә ҡайҙан бәхет эҙләй.
Бәхет эҙләп, илдәр гиҙә, күктәр иңләй,
Тик бәхеттең ни икәнен аныҡ белмәй.

Аңлағанға - һәр атҡан таң йыуаныстыр,
Һәр бер күргән әйбер үҙе ҡыуаныстыр.
Йәшәү - үҙе бәхет бит ул, үҙе бәхет!
Уның өсөн кәрәк түгел таж һәм тәхет.

Нимәгәлер өлгәшеүҙә түгел бәхет,
Уның өсөн кәрәкмәй ҙә дан һәм шөһрәт.
Ташламаһын һәр әҙәмде тик һаулығы,
Һаулыҡ булһа килер уға көс һәм ҡөҙрәт.

Йәшәү үҙе бәхет бит ул, үҙе бәхет!
Ошо хаҡта аңлау фарыз. Тик шул ғына!
Яҙғандарым - бәхет эҙләп йонсоғанға
Бәхеткә юл табыр бер ым, ысул ғына.

Автор:
Читайте нас