Беҙҙең тормошта Фәнис абыйыбыҙ булыуы менән сикһеҙ бәхетлебеҙ

Ҡәҙерле тормош иптәшем, абыйыбыҙ, олатайыбыҙ Фәнис Шәмсетдин улы ҒАБДРАХМАНОВты ихлас күңелдән 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең тормошта Фәнис абыйыбыҙ булыуы менән сикһеҙ бәхетлебеҙБеҙҙең тормошта Фәнис абыйыбыҙ булыуы менән сикһеҙ бәхетлебеҙ
Беҙҙең тормошта Фәнис абыйыбыҙ булыуы менән сикһеҙ бәхетлебеҙ

Яңы Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, абыйыбыҙ, олатайыбыҙ Фәнис Шәмсетдин улы ҒАБДРАХМАНОВты ихлас күңелдән 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Беҙ бөтәбеҙ ҙә уны яратып "Фәнис абый", тип йөрөтәбеҙ.
Яҡыныбыҙ сығышы менән Благовар районы Әхмәт ауылынан. Оҙаҡ йылдар хаҡлы ялға сыҡҡансы Свердловск ҡалаһы хәрби заводта эшләй.
Яҙмыш елдәре уны Көйөргәҙе яҡтарына илтә. Бөгөн Фәнис абый беҙҙең ҙур ғаиләбеҙҙең ышаныслы терәге ул. Ниндәй эш башҡарһа ла, күңелен биреп эшләй. Ҡул эштәренә оҫта ул. Алтын ҡулдары менән төрлө әйберҙәр яһай, ватыҡ электрон ҡорамалдарға йән өрөп, эшләтеп ебәрә ул. Гөрләтеп баҡса үҫтерә, теттереп донъя көтә. Бигерәк тә Фәнис абыйҙы балалар ярата. Уның менән рәхәтләнеп аралашып, эштәр эшләп, төрлө кәңәштәрен тыңлап үҫәләр.
Ә Фәнис абый моңланып китһә, ҡулына гармунын алып, матур көйҙәр һуҙа. Беҙҙең тормошта Фәнис абыйыбыҙ булыуы менән сикһеҙ бәхетлебеҙ.
Ҡәҙерле Фәнис абый, юбилейың ҡотло булһын! Һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙгә терәк булғаның өсөн ҙур рәхмәт һиңә!
Тормош иптәше Фәриә һәм уның балалары, ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас