

Рәхмәт һеҙгә, рәхмәт атай-әсәй
Хистәр менән тулы күңелебеҙ.
Ысын күңелдән һеҙгә бар теләктәр,
Ихлас әйткән һәр бер һүҙебеҙ.
Ҡартайыуҙы белмәй, бергә-бергә
Сөкөрҙәшеп ғүмер итегеҙ
Сәләмәтлек һеҙҙе ташламаһын,
Шат йәшәгеҙ бергә, икегеҙ.
Был изге һүҙҙәрҙе һөйөнсөләребеҙгә – 50 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер кисереүсе әсәйебеҙ Зилә Ғабдулла ҡыҙы менән атайыбыҙ Рәис Юныс улы Абдуловтарға арнайбыҙ.
Әсәйебеҙ сығышы менән федеровка районы Өсбүләк ауылынан, атайыбыҙ Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылынан. Уларҙың балалыҡ һәм үҫмер осорҙары һуғыштан һуң осорҙа үткән, ул быуын кешеләренә тормош еңел бирелмәгән. Ул быуын вәкилдәре тир түгеп тапҡан икмәк тәмен яҡшы беләләр һәм уны ҡәҙерләйҙәр.
Атайыбыҙ 1967-1971 йылдарҙа Тымыҡ океан флотында Владивосток ҡалаһында хеҙмәт итә һәм уңышлы хеҙмәт юлын тамамлап ҡайтҡас1972 йылда Ҡансыра ер-аҫты газ һаҡлау идаралығына “Баштрансгаз” предприятиеһына эшкә урынлаша һәм иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереп 46 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы йылға 2010 йылда сыға. Яҡшы эшенең һөҙөмтәләре лә бар, маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр, премиялар, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” тигән маҡтаулы исем, хеҙмәт ветераны, Газпром йәмғиәтенең маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
Әсәйебеҙ 1972 йылдан 1992 йылға тиклем КумАПП (вертолет заводында) контролер булып эшләне. Һуңынан БУБР (буровой управленияһында) техник –диспетчер булып, 2009 йылда хаҡлы ялға сыға. Эшен яҡшы, оҫталыҡ менән башҡарыуы уңыштарға һәм күп маҡтауға лайыҡ. Маҡтаулы ҡағыҙҙар, “5 йыллыҡ йәш гвардия алдынғыһы” һәм хеҙмәт ветераны статусына эйә була.
Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ беҙҙең өсөн өлгө булып йәшәйҙәр. Тәүге мөхәббәттәренә бына 50 йыл буйы тоғролоҡ һаҡлап, бер-береһенә терәк, таяныс булып йәшәйҙәр һәм бөтә тормош ауырлыҡтарын уртаҡ бүлешәләр. Уларҙың эскерһеҙлеге, изге күңеллелеге эргәләге кешеләрҙе лә йәлеп итә.
Һеҙгә рәхмәт хистәре менән балаларығыҙ, улыгыҙ, ҡыҙығыҙ, килен-кейәүҙәрегеҙ, 4 ейәнсәрегеҙ, 2 ейәнегеҙ исеменән ҡыҙығыҙ Әлмирә Фәрхуллина
Күмертау ҡалаһы
Тулы вариантта гәзиттә баҫылды.