

Аҡһары ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле еңгәбеҙ Роза Сәлим ҡыҙы БАЯЗИТОВАны оло юбилейы һәм дә абзыйыбыҙ Камил Биктимер улы менән иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә 50 йыл тулыу айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Уңған еңгәбеҙ тормош иптәше өсөн тоғро ҡатын, ҡыҙы өсөн яратҡан әсәй һәм ейән-ейәнсәре өсөн хәстәрлекле өләсәй ул. Ҡәҙерлеләребеҙгә ныҡлы иҫәнлек-һауҡлыҡта, оҙаҡ йылдар ауырымай-һыҙламай, яҡындарығыҙҙың уңыштарына ҡыуанып-һөйөнөп, уларға терәк-таяныс булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Алла бирһә киләсәктә лә яҡты, аяҙ көндәрҙән, шатлыҡтарҙан ғына торған тормошта иңгә-иң терәшеп, шулай парлы булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Тағын бер йыл өҫтәлһә лә һеҙгә,
Ул йыл һеҙҙе тағы ла йәшәртһен.
Нурын һибеп көләс йөҙҙәрегеҙгә
Гел шат итеп кенә йәшәтһен.
Ташламаһын һеҙҙе бер ҡасан да
Бәхет менән тулы йылмайыу.
Урап үтһен һеҙҙе ҡайғы-хәсрәт,
Ә йөҙөгөҙҙә булһын ҡыуаныу.
Иң изге теләктәр менән Баязитовтар, Нурисламовтар, Ҡазбаевтар, Бикмаевтар ғаиләләре.