Һиңә оҙон-оҙаҡ ғүмер теләйбеҙ!

Яңы Мораптал ауылында тыуып үҫеп, әле лә шунда йәшәүсе ҡәҙерле әтейебеҙ Рифҡәт Хәләф улы Мифтахутдиновтың 75 йәшлек юбилейы бөгөн.

Һиңә оҙон-оҙаҡ ғүмер теләйбеҙ!Һиңә оҙон-оҙаҡ ғүмер теләйбеҙ!
Һиңә оҙон-оҙаҡ ғүмер теләйбеҙ!

Ҡәҙерле әтейебеҙ, ихлас күңелдән һине тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ. Һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе, күңелдәге теләктәрҙе һүҙ менән генә әйтеп бирергә мөмкин түгел, улар икһеҙ-сикһеҙ. Һинең кеүек сабыр, саф күңелле әтейҙәр бик һирәктер. Һин беҙҙең таяныс та, ышаныс та, яҡлаусыбыҙ ҙа. Үҫтерҙең, кеше иттең беҙҙе, һиңә мең-мең рәхмәттәр әйтәбеҙ. Әтей! Һиңә яҙғы ҡояш нурҙарындай аяҙ көндәр, иртәләр, иҫәнлек-һаулыҡ, йән тыныслығы, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Ҡартлыҡ көндәрең бары тик шатлыҡта ғына үтһен. Һәр ваҡыт шулай көләс, яғымлы бул. Беҙҙе һөйөндөрөп, Зәкиә апай менән оҙон-оҙаҡ йәшә лә йәшә әле.
Ҡотло булһын, әтей, тыуған көнөң,
Беҙ барыбыҙ ошо теләктә.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң,
Шатлыҡ өҫтәй беҙҙең йөрәккә.
Тормошта һин ныҡлы терәкһең,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәкһең.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә мәңгегә.
Һин булғанға беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ.
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон-оҙаҡ ғүмер теләйбеҙ!
Ҡотлау менән тормош иптәшең һәм балаларың.

Автор:
Читайте нас