

Бик ауыр ҡайғыларға һалып китһә лә, йөрәктәребеҙҙә уның тураһында хәтер мәңге һаҡланыр. Иҫкә алмаған, һағынмаған бер көнөбөҙ ҙә юҡ. Ул беҙҙең өсөн – балалары өсөн ышаныслы терәк, ғаиләбеҙҙең ныҡлы терәге ине. Биргән тәрбиәһе, өйрәткән фәһемле тормош һабаҡтары өсөн беҙ уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Әтейебеҙ бик алсаҡ, асыҡ күңелле, туған йәнле, оло йөрәкле, сабыр, ярҙамсыл һәм тырыш булды. Ҡулынан килмәгән эше юҡ ине – нимәгә тотонһа шуны еренә еткереп, оҫталыҡ менән башҡарыр ине. Һәр эшенә күңелен, йәнен һалып намыҫлы хеҙмәт итте. Ауылдаштары араһында уның ихтирамы сикһеҙ ҙур ине. Зәк-Ишмәт ауылында йәшәүселәрҙең күпмеһен өйлө итте ул. Уның өсөн ҡар-буран да, ямғыр ҙа, йәйҙең эҫеһе лә ҡурҡыныс түгел ине – Ырғыҙлынан “Урал” машинаһында урман ташыны. Күп йылдар совхозда шофер булып эшләп, үҙ хеҙмәте менән абруй ҡаҙанды ул.
Ул яҡындарына, туғандарына, дуҫ-иштәренә һәр ваҡыт иғтибарлы булды. Беҙ уны бик ныҡ юҡһынабыҙ, һағынабыҙ. Йылы һүҙҙәр, изге теләктәр менән иҫкә алабыҙ. Әтейебеҙ ғаиләбеҙҙең яҡты нуры, барыбыҙҙы берләштереүсе ғаилә үҙәге ине.
Әтейебеҙ, Мәннәф Мансур улын белгән, уның менән бергә эшләгән, аралашҡан һәр кеше уны йылы хәтирәләр менән иҫкә алһын ине. Әтейебеҙҙең изге рухына уҡытылған Ҡөръән аяттары һәм доғаларыбыҙ барып ирешһен. Ҡәҙерлебеҙҙең йәндәре йәннәт баҡсаларында булһын. Ятҡан урындары тыныс, рухтары шат, ҡәберҙәре нурлы булһын.
Мәрхүмдең тормош иптәше,балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре.