Все новости
Йәшәйеш
27 Апреля 2018, 12:02

«НИМӘ АҢЛАТҠАНЫН ДА БЕЛМӘЙҘӘР»

«Һаумыhығыҙ! Макулатура тапшыр - ағасты ҡотҡар» тигән акция беҙҙең районда буламы икән? Кемдәр ойоштора икәнен белешеп, шул турала гәзиткә яҙа алмайhығыҙмы? Мәғариф бүлеге тарафынан эш ойоштороламы икән? Юғиһә, балалар «макулатура» hүҙе нимә аңлатҡанын да белмәйҙәр. Тик бер үтенес: минең исем сер булhын ине, дөрөҫ аңламаҫ кеше. Ҙур рәхмәт!!!»

«Һаумыhығыҙ! Макулатура тапшыр - ағасты ҡотҡар» тигән акция беҙҙең районда буламы икән? Кемдәр ойоштора икәнен белешеп, шул турала гәзиткә яҙа алмайhығыҙмы? Мәғариф бүлеге тарафынан эш ойоштороламы икән? Юғиһә, балалар «макулатура» hүҙе нимә аңлатҡанын да белмәйҙәр. Тик бер үтенес: минең исем сер булhын ине, дөрөҫ аңламаҫ кеше. Ҙур рәхмәт!!!»

Ошондай хат яҙҙылар беҙгә. Исемен күрһәтмәҫкә үтенгәстәр, күрһәтмәйбеҙ инде. Был мәсьәләне лә белешеп ҡараныҡ.

Оло быуын вәкилдәренең барыһы ла «макулатура» һүҙенең нимә аңлатҡанын белә, әлбиттә. Элек, совет заманында, был эште башҡармай ҡалған кеше булмағандыр. Мәктәп уҡыусылары өй беренсә йөрөп, ярышып-ярышып ҡағыҙ һәм шулай уҡ металлолом да йыя торғайнылар.

Ҡағыҙ йыйып ҡына барлыҡ урмандарыбыҙҙы ҡотҡара алмаҫбыҙ, бәлки, шулай ҙа бер ни тиклем файҙа килтерә аласаҡбыҙ, әлбиттә.

Юғарылағы хатты «Юшатыр» гәзите төркөмөнә ҡуйғас, район мәғариф бүлеге белгестәре яуап та яҙып ҡуйҙы. Беҙ шулай уҡ район мәктәптәренә сығып, ундағы хәлдәрҙе белештек. Ҡалала был мәсьәлә нисек хәл ителә икәнен белер өсөн, ҡала мәғариф идаралығына шылтыратып белештек. Унда: «Мәктәптәрҙә макулатура йыйыу эше ойошторола, әммә беҙ уны контролдә тотмайбыҙ. «Йәш натуралистар станцияһы» бының менән шөғөлләнә, тинеләр.

Рәмилә РАХМАНҒОЛОВА, район мәғариф бүлеге методисы:

- Йыл да Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы үҙҙәренең планын беҙгә ебәрә. Шул планға ярашлы төрлө акциялар үткәреү мәғариф бүлеге тарафынан да планға индерелә, әлбиттә. Экологик акциялар һәр мәктәптә үткәрелә бара. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса макулатура йыйыу ғына түгел, ә шулай уҡ ағас ултыртыу, ҡоштарға тағараҡтар эшләү, өмәләр кеүек төрлө башҡа бик күп саралар йыл әйләнәһенә уҙғарыла. Ермолаевоның 1-се һәм 2-се мәктәптәрендә макулатура йыйыу әүҙем ойошторолған. Улар РАЙПО-ға тапшыра. 16-21 апрелдә Экология белеме аҙналығында ла ағастарҙы һаҡлау һәм башҡа темаларға дәрестәр үткәрелде.

Гөлнара ӘМИНЕВА, ҡаланың «Йәш натуралистар станцияһы» директоры:

- Макулатура йыйыу акцияларын беҙ йыл да ойошторабыҙ. Алдан билдәләнгән көнгә һәр бер мәктәп ҡағыҙҙарын йыйып, әҙерләп ҡуя. Макулатура ҡабул итеүселәр («Чистый город» йәмғиәте) шул уҡ көндө килеп, үлсәп алып китә һәм аҡсаһын мәктәптәргә күсерә. Уның хаҡы ҡыйбат түгел, әлбиттә. Ябай ҡағыҙҙың килограмы — 50 тин, ҡатырғаныҡы — 1 һум, китаптарҙыҡы — 2 һум. Мәктәптәрҙә «Кем күберәк йыя?» тигән конкурстар ҙа үткәрәләр һәм еңеүселәргә бәләкәй генә бүләктәр биреп, дәртләндереп тә ебәрәләр.

Елена ГЛУЩЕНКО, Бахмут мәктәбе директоры:

- Макулатура күп ул беҙҙең. Төрлө кәрәкмәгән ҡағыҙҙар, иҫке китаптар йыйылып китә. Рәхәтләнеп тапшырыр инек тә, уны тапшырыр урын юҡ шул.

Ғәлиә ХӘЙБУЛЛИНА, Яҡшымбәт мәктәбе директоры урынбаҫары:

- Йыл да макулатура йыябыҙ, быйыл да көндәр йылынғас та йыйырбыҙ, тип торабыҙ. Был эште китапханасыбыҙ үҙ теләге менән башҡара. Уҡыусылар ҙа уға ихлас ярҙам итә. Макулатура тапшырып, әллә күпме аҡса йыйып булмай, әлбиттә. Шулай ҙа сүп-сар булып ятҡансы, әҙ генә булһа ла файҙа килтерә. Уҡыусыларҙың кәрәк-ярағы өсөн бер ҡап А-4 ҡағыҙы алырлыҡ булһа ла аҡса эшләп алған булабыҙ. Балаларға ла ҡағыҙҙың ағастан эшләнеүен, шуға күрә уны һаҡларға, әрәм-шәрәм итмәҫкә, тип аңлатып ҡына торабыҙ.

Зөлфиә ИГНАТЬЕВА, Керәүле-Илюшкин мәктәбе директоры урынбаҫары:

- Элегерәк тапшыра торғайныҡ. Уның хаҡы ла юҡ бит. Былтыр «Комсомольская правда» гәзите макулатураға китап алыштырабыҙ тигән акция иғлан иткәйне. Беҙгә был ысул ныҡ оҡшаны, ҡатнашырға теләгәйнек, әммә улар беҙгә килеп етмәнеләр, ҡыҙғанысҡа.

Рида ИСКӘНДӘРОВА, Аҡһары мәктәбе директоры:

- Йыл да йыйып Ермолаевоға алып барып тапшырып торабыҙ. Быйыл да йыйырға уйлайбыҙ. Балаларға был эш бик оҡшай. Улар ҡағыҙ йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Әнисә ТҮЛӘГӘНОВА, 13-сө мәктәп директоры, Күмертау:

- Беҙ үҙ теләгебеҙ менән йыл да күп кенә итеп макулатура йыйып тапшырабыҙ. Бер шәхси эшҡыуар үҙе килеп алып китә. Беҙҙең уҡыусылар ағастарҙы һаҡлауға бәйле был изге эште бик тә ярата, ихлас ҡатнаша.

Эльвира АЛЛАҒОЛОВА, 3-сө БРГИ китапханасыһы, Күмертау:

- Макулатура йыйыу эшен йыл да ойошторабыҙ. Уҡыусылар ҙа көтөп ала был ваҡытты. Ҡыуанып, дәртләнеп ҡатнашалар улар. Кемдер өйөнән алып килә, кемдәрҙер ҡайҙандыр эҙләп, табып алып килә. Экология, ағастарҙы һаҡларға кәрәклеге тураһында уҡыусыларыбыҙ күп белә, шуға ла был эштә улар бик әүҙемдәр. Беҙҙең йыйған ҡағыҙҙы Пяткиҙан килеп алалар. Әллә күпме аҡса эшләй алмайбыҙ, әлбиттә. Шулай ҙа кәрәкмәгән ҡағыҙҙан урындар бушап ҡала, әҙ генә булһа ла ағастарҙы һаҡлап ҡалдыҡ, тип ҡыуанған булабыҙ.
Читайте нас: