Все новости
Йәшәйеш
8 Мая 2018, 11:28

ИҢ ШӘПТӘРЕ ҺАЙЛАНДЫ

Һәр ауыл советында Атайҙар Советы булдырыу тураһында районда хәбәр булғайны инде. Кисә ошо мәсьәлә буйынса Көйөргәҙенең иң шәп, өлгөлө ир-егеттәре йыйылды район хакимиәтендә.

Һәр ауыл советында Атайҙар Советы булдырыу тураһында районда хәбәр булғайны инде. Кисә ошо мәсьәлә буйынса Көйөргәҙенең иң шәп, өлгөлө ир-егеттәре йыйылды район хакимиәтендә.

Хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтова менән районда булдырылған Ғаилә үҙәгенең етәксеһе Наталья Савенкова улар менән эшлекле һөйләште.

- Ауылдарҙа тәрбиә эшен алып барырға ауыл советы хакимиәттәре башлыҡтары ғына өлгөрмәй, шуға беҙ районда атайҙар советы булдырырға килештек. Бөгөнгө көндә бигерәк тә атайҙар тәрбиәһе етмәгәнлек ныҡ һиҙелә. Шуға ла яңы булдырылған ойошмаға ауылдарҙан иң әүҙем һәм хөрмәтле ир-аттарҙы билдәләнек. Районда ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм ағинәйҙәр ойошмаһы әүҙем эшләй, һеҙ ҙә уларға эйәреп әүҙемлек күрһәтерһегеҙ, тип ышанам, - тине Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы.

Яңы булдырылған йәмәғәт ойошмаһы атайҙар һәм ир-егеттәрҙең мәнфәғәтен яҡлау, тап көслө заттарға балаларҙы, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә әүҙем булыу маҡсатын ҡуя. Район атайҙар советына рәйес булыу теләге ниңәлер бер атайҙа ла тыуманы. Шулай ҙа бер тауыштан Ермолаево ауылының өлгөлө атайы Айҙар Ғисмәтуллин һайланды. Уға уң ҡул итеп шулай уҡ бер тауыштан Свободанан Александр Козолупенко һәм секретарь итеп Аҡһарынан Марат Сәлиҡбаев тәғәйенләнде.

Йыйылыштан атайҙар киләсәккә ниндәй эштәр башҡарырға, нимәгә күберәк иғтибар бүлергә кеүек эштәр тураһында һөйләшеп, киләсәккә маҡсаттар билдәләп таралышты.

Читайте нас: